ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 29 октября 2026 г.
Лагерьҙа: Экскурсиялар көнө!
Лагерьҙа: Экскурсиялар көнө! Бөгөн лагерь көнө юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡабатлауҙан башланып китте. Юл аша нисек үтергә, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген тағын бер тапҡыр иҫкә төшөрҙөләр. Иртәнге ашты ашап алғандан һуң, күрше Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында урынлашҡан "Сайырсылыҡ" музейына сәйәхәт иттек. Унда беҙҙе Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы ҡаршы алып, элек нисек сайыр йыйыуҙары тураһында һөйләне. Ниндәй эш ҡоралдары ҡулланғандар, эштең еңел бирелмәүе, сайыр йыйыу буйынса ярыштар ойошторолоуы, уның файҙаһы тураһында һәм башҡа бик күп төрлө мәғлүмәт еткерҙе. Сәйәхәттән ҡайтҡас, мәктәбебеҙҙең эсе шау-гөр килеп торҙо. Уҡыусылар "Күңелле эстафета", волейбол, пионербол уйындарын кинәнеп уйнанылар. Нәркәс Миңлеғәле ҡыҙы ауыл эсендәге ер-һыу атамаларына ҡағылышлы "Һорау-яуап" уйыны үткәрҙе. Зарема Самат ҡыҙы йыр-моң иленә сәйәхәт иттерҙе, Әлимә апайҙары уҡыусыларҙың математика фәненә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бынан тыш тағы ла башватҡыс систеләр, һүрәт буянылар. Ғөмүмән әйткәндә, лагерға йөрөгән балалар рәхәтләнеп ял итеп, ашнаҡсы апайҙарҙың тәмле аштарын ашап бик ҡыуанышып ҡайттылар.