Дүрт бала әсәһе Илзира ҠАЗИХАНОВА уңған хужабикә лә, тырыш хеҙмәткәр ҙә, спортсы ла. — 27 июня 2026 г. в 06:39:33.086
Дүрт бала әсәһе Илзира ҠАЗИХАНОВА уңған хужабикә лә, тырыш хеҙмәткәр ҙә, спортсы ла. 🧑🍳Ул “Янғантау” шифаханаһында 6-сы разрядлы ашнаҡсы булып эшләй. Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ, телеңде йоторлоҡ ризыҡтар бешереп, яҡындарын да һыйлай. ⚽Әсәйҙәр футбол командаһы ағзаһы булараҡ, төрлө ярыштарҙа ла ҡатнаша. 🧑🧑🧒🧒Ире Роберт Себергә вахта менән йөрөй. Уңған ғаилә күркәм йорт һалған. Уларҙың өс ҡыҙы һәм бер улы бар. Ҡыҙҙары мәктәптә тик “бишле”гә генә уҡый. Өлкәне Эльвина йәш сәсәндәр бәйгеһендә “Урал батыр” эпосының 1300 юлын яттан һөйләп, 1-се урын алды. Кикбоксинг буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулай. Вилена рәсем төшөрөү менән мауыға. Илүсә бейеүсе, фортепиано класында шөғөлләнә. Иң кесеһе – улдары Рамаҙан быйыл мәктәпкә бара, ул әле үк уҡый-яҙа белә, математиканан шәп. 🏡Илзира үҙе Лағыр ауылынан. Һәүәҫкәр шағир Рәфҡәт һәм Фәнирә Хәсәновтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған. Икенсе Иҙелбай ауылына килен булып төшкән. Хәҙер Ахун ауылында йәшәйҙәр. 🌹Күп балалы әсә ошо көндәрҙә тыуған көнөн билдәләне. Уны ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!

