🏆Салауат районының “Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле балалар араһында “Байыҡ” ... — 26 июня 2026 г. в 11:11:54.007
🏆Салауат районының “Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле балалар араһында “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә Гран-при яуланы! 💥Әле Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында “Байыҡ – 2026” телевизион конкурсының Гала-концерты бара. Ул III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы сиктәрендә уҙғарыла. 💃🕺“Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле мәртәбәле бәйгелә “Салауат ынйылары” бейеүен башҡарып, 3-10 йәштәр категорияһында тулы ансамблдәр араһында еңеүсе булды! 👏Йәш бейеүселәрҙе һәм коллективтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Руслан Сәмиғулла улы Моталиповты был ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Афарин! 📹Видеояҙмала (авторы: Әлиә Ноғаманова) – “Йүрүҙән”дәрҙең Гала-концерттағы сығышы. Лайктар ҡуйығыҙ❤️👍🔥

