🏘 Урмансы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бара. — 11 июля 2026 г. в 09:01:07.962
🏘 Урмансы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бара. 💥Ауыл халҡын Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Ғилметдинов, Лаҡлы ауыл биләмәһе башлығы Ира Сәйфуллина ҡотланы. 📚Мәғлүм булыуынса, Урмансы ауылы тарихы тураһында биш китап сыҡты. Ошо йыйынтыҡтарға материалдар әҙерләүгә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарға район Хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. 🪖Махсус хәрби операция яугирҙәренә маскировка селтәрҙәре үреүселәр ҙә бүләкләнде. 📝🪗Байрамда концерт, уйындар, ярыштар ҡаралған.

