✅Бөгөн Салауат районында “Йүрүҙән – 2026” ХIII Бөтә Рәсәй спорт туризмы фестивале асылд... — 10 июля 2026 г. в 12:58:11.874
✅Бөгөн Салауат районында “Йүрүҙән – 2026” ХIII Бөтә Рәсәй спорт туризмы фестивале асылды. Туриада тәрәк-хәрәкәт ағзалары ҡаза күргән инвалидтар араһында уҙғарыла. 🇷🇺Яңы Ҡаратаулы ауылы ҡаршыһында Йүрүҙән буйындағы яланда үткән ярыштарҙа быйыл Башҡортостандан, Пермь крайынан, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Мурманск өлкәләренән, Санкт-Петербург ҡалаһынан командалар, “Нур” һуҡырҙар йәмғиәте командаһы, махсус хәрби операция йыйылма командаһы ҡатнаша. Сараға Абхазия вәкилдәре лә килгән. Беҙҙең райондан инвалидтар ойошмаһы рәйесе Миннислам Вахитов етәкселегендәге “Салауаттар” командаһы сығыш яһай. 💥Туриадала ҡатнашыусыларҙы Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкиле Яна Болтенкова, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, республиканың спорт министры урынбаҫары Игорь Ермилов, Рәсәй спорт туризмы федерацияһының беренсе вице-президенты Алексей Ярошевский, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе урынбаҫары, дүрт тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов, Рәсәй инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов сәләмләне. 🧗🚣Фестивалдә ҡатнашыусылар бер нисә дисциплинала ярыша: байдаркала, катамарандарҙа, махсус йөрөү сараларында һәм тауға менеүҙә. Ярыштарға шәхси һәм команда иҫәптәрендә йомғаҡ яһаласаҡ. Саралар 13 июлгә тиклем дауам итә.

