🏆Малаяҙ башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Камил САДИҠОВ Салауат Юлаев шиғырҙа... — 29 сентября 2026 г. в 11:04:21.091
🏆Малаяҙ башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Камил САДИҠОВ Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса район конкурсында Гран-при яуланы! Уны уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәтшина әҙерләгән. 🥇🥈🥉Шулай уҡ гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Ғәйнитов – беренсе, 11-се кластан Наҙлыгөл Байрамғолова (етәкселәре – Индира Ҡазиханова) икенсе урын алды. 5-се кластан Вилена Латипова (Ләйсән Әхмәтшина) өсөнсө урынға сыҡты. 2-се класс уҡыусыһы Дилә Бәширова (Ләйсән Әхмәтшина) номинация менән бүләкләнде. 📖Милли батырыбыҙ, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың иҫтәлегенә арналған район бәйгеһе Янғантау урта мәктәбендә үтте.