💯Вадим Бәҙретдинов һәм Ынйы Бәширова “Байыҡ” республика телевизион конкурсының финалын... — 28 сентября 2026 г. в 05:57:29.383
💯Вадим Бәҙретдинов һәм Ынйы Бәширова “Байыҡ” республика телевизион конкурсының финалына үтте. 🕺Вадим БӘҘРЕТДИНОВ – Миәшәгәр ауылынан, хәҙер Өфөлә йәшәй. Ул республика конкурсында Салауат районы исеменән лайыҡлы сығыш яһап, 100 балл йыйҙы. Һәләтле яҡташыбыҙҙы конкурсҡа Торналы күп функциялы ауыл клубының бейеү коллективтары етәксеһе Салауат Алтынбаев әҙерләне. 💃Ынйы БӘШИРОВА Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡый, “Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле солисы. Икенсе турҙа сығыш яһап, ул йәнә 100 балл алды. Йәш бейеүсе ҡыҙҙы район мәҙәниәт йортоноң режиссеры Розалина Шәмсетдинова әҙерләне. 💫“Байыҡ” республика телевизион бәйгеһенең Гала-концерты ноябрҙә Өфөлә үтәсәк. Йәш бейеүселәребеҙгә финалда уңыштар теләйбеҙ!