💐Яҡташыбыҙ Миләүшә САФИУЛЛИНА “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының Почет грам... — 28 сентября 2026 г. в 07:14:47.311
💐Яҡташыбыҙ Миләүшә САФИУЛЛИНА “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. ✅Миләүшә Кәбир ҡыҙы был наградаға юғары һөнәри оҫталыҡ һәм республикала хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, инвалидтарға һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә индергән шәхси өлөшө өсөн лайыҡ булды. Уны “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина бүләкләне. 🇷🇺Миләүшә Сафиуллина Салауат районында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы булды. Хәҙер ул Өфөлә дәүләт фондының республика филиалында эшләй. Яҡташыбыҙҙы юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!