🪓🪚Урмансы ауылы халҡы дөйөм республика шәмбе өмәһе сиктәрендә зыяратты таҙартырға сыҡты. — 26 сентября 2026 г. в 10:22:41.540
🪓🪚Урмансы ауылы халҡы дөйөм республика шәмбе өмәһе сиктәрендә зыяратты таҙартырға сыҡты. “Триммер, балта, бензобысҡы менән ҡоралланып, берҙәм эшкә тотондолар. Кемдер үлән сапты, кемдәрҙер иҫке ағас ботаҡтарын бысты, артыҡ үҫкән ҡыуаҡтарҙы алды. Бигерәк тә үҙебеҙҙең әүҙем ағайҙарға: ауыл старостаһы Тимерхан Ҡәнәфиев, ауыл советы депутаты Ирек Бирмөхәмәтов, ауыл имамы Наил Шәймырҙин, шулай уҡ Данил Рамазанов, Фәнит һәм Венер Хәбибуллиндарға ҙур рәхмәт! Улар һәр эштә әүҙем ҡатнаша. Ветераныбыҙ Нух Хәбибуллин барыһына ла өлгө булды. Уға 93 йәш, күмәк эштең уртаһында йөрөнө. Һәр кемгә был дөйөм изге эштә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтлебеҙ,” – тип хәбәр итте Урмансы ауылы клубы мөдире Илмира Фәйзуллина. 🪦Ауыл зыяраты бер нисә сәғәт эсендә тәртипкә килтерелде, ҡәберлектәр таҙартылды. Бында ятҡан әруахтарҙың рухы шат булһын. 📸Фото: Илмира Фәйзуллина.