🇷🇺 Яугир менән осрашыу — 25 сентября 2026 г. в 10:49:00.408
🇷🇺 Яугир менән осрашыу Лағыр ауылында махсус хәрби операция яугире Ғәлин Альфред Мөғәлим улы һәм уның ғаиләһе менән йылы осрашыу үтте. Ул тормош иптәше Сәлимә Рифат ҡыҙы менән Софья исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Сәлимә Рифат ҡыҙы мәҙәниәт йортонда 3 йыл художество етәксеһе булып эшләгән. Альфред Мөғәлим улы МХО-ға тәүге көндәрҙән үк алынған. Сәй табыны артында яугир ауыл халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, үҙенең кисерәштәре менән уртаҡлашты. Уға апайҙар изге теләктәрен еткерҙеләр, юл доғаһы бағышланылар.