✅Салауат районының ветерандар ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙы ҒӘЛИЕВА (Малаяҙ ауы... — 20 сентября 2026 г. в 16:15:27.126
✅Салауат районының ветерандар ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙы ҒӘЛИЕВА (Малаяҙ ауылындағы 2805-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе): “Ветерандар һәр һайлауҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Үҙ тормош юлын илебеҙ менән бергә атлап, барыһын да кисергән оло быуын вәкилдәре һайлауҙарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай. Яҡты киләсәк өсөн тауыш бирәбеҙ, илебеҙ бар афәттәр алдында ныҡ торһон өсөн беҙ берҙәм һәм бергә булырға тейешбеҙ”. 🗳️Шуның менән өс көнлөк тауыш биреү тамамланды. Һайлау участкалары 20.00 сәғәттә ябылды.