«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
Новости
Башҡортостан Республикаһы йәштәре гәзитенең рәсми каналы
Загружаем канал…
Сайт использует куки. Нажимая «Хорошо», вы соглашаетесь на обработку данных.
Новости
Башҡортостан Республикаһы йәштәре гәзитенең рәсми каналы
🌹 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө! 💐 Ҡәҙерле ауыл уңғандары, алтын ҡуллы, киң күңелле, тырыш һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙе ошо матур байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, ғаилә бәхете һәм мул тормош теләйбеҙ! Күңелегеҙҙән дәрт-дарман, ҡулдарығыҙҙан көс-ҡеүәт, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен! Мал-тыуарығыҙ ишәйеп, ҡош-ҡортоғоҙ үрсеп, баҡсаларығыҙ мул уңыш бирһен! Үҫтергән гөл-сәскәләрегеҙ күңелегеҙгә йәм, тырыш хеҙмәтегеҙ тормошоғоҙға бәрәкәт өҫтәһен! ️ Ҡәҙерле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, һәр саҡ хөрмәткә, һөйөүгә төрөнөп, бәхеттә һәм шатлыҡта йәшәгеҙ! 💐 Байрамығыҙ ҡотло, ғүмерегеҙ бәрәкәтле булһын 🌹🌷💐!
«Тәүге уҡытыусым» конкурсында тауыш биреү башланды! Ҡәҙерле дуҫтар! Тауыш биреү 9 октябргә тиклем дауам итәсәк. Унда «Йәшлек» гәзитенең MAX каналына яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. Өс еңеүсе билдәләнәсәк, улар Шөһрәтнамә һәм милли биҙәүес менән бүләкләнәсәк. 📌 Тауыш биреү тәртибе: 1️⃣ Әгәр әле гәзиттең каналына яҙылмаған булһағыҙ, тәүҙә ошо һылтанма аша яҙылығыҙ: 👉 https://max.ru/yeshlek_gazite 2️⃣ Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусыны һайлағыҙ һәм «Ошонда баҫып, тауыш бирергә» тигән урынға баҫып, тауышығыҙҙы бирегеҙ👍. 3️⃣ ❗ Комментарийҙа яҙғандарҙың тауышы иҫәпкә алынмай. Бында 1-се өлөштәгеләр тауыш бирә! Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ! Уңыштар теләйбеҙ !
«Тәүге уҡытыусым» конкурсында тауыш биреү башланды! Ҡәҙерле дуҫтар! Тауыш биреү 9 октябргә тиклем дауам итәсәк. Унда «Йәшлек» гәзитенең MAX каналына яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. Өс еңеүсе билдәләнәсәк, улар Шөһрәтнамә һәм милли биҙәүес менән бүләкләнәсәк. 📌 Тауыш биреү тәртибе: 1️⃣ Әгәр әле гәзиттең каналына яҙылмаған булһағыҙ, тәүҙә ошо һылтанма аша яҙылығыҙ: 👉 https://max.ru/yeshlek_gazite 2️⃣ Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусыны һайлағыҙ һәм «Ошонда баҫып, тауыш бирергә» тигән урынға баҫып, тауышығыҙҙы бирегеҙ👍. 3️⃣ ❗ Комментарийҙа яҙғандарҙың тауышы иҫәпкә алынмай. Тауыш биреүҙе ике өлөшкә бүлеп үткәрәбеҙ. Бында 2-се өлөштәгеләр тауыш бирә. Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ! Уңыштар теләйбеҙ !
Баланды нисек ҡулланырға? ✅ Балан сәйе һаулыҡты нығыта, тынысландыра. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1–2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 тапҡыр 1/2 стакан эсергә. Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һутының әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1–2 аш ҡалағы баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә. ✅ Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһен тәҡдим итәләр. Ул шулай уҡ гипертонияны, йөрәк ауырыуҙарын, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла. 1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8–10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә 3–4 тапҡыр 1/2 стакан эсергә кәрәк. Баландан әҙерләнгән тәм-томдар һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта. ✅ Бронхиаль астма, …
Читать целиком... Боттарын йәйеп, йоҡонан уяныр-уянмаҫ ятҡан бисәгә Сабир арҙан ише ташланып, уға ҡарамай ғына дәртен баҫырып, бушатынғас, уҫал өндәште: - Бар, ятма, өҫтәл әҙерлә! - Бәтә-әш... – тип Зөлфиә ауыҙын асҡайны, Сабир екерҙе: - Һин мине үҙең теләнең түгелме? Ирле булғың килеп, үҙең минең муйынға аҫылынманыңмы? Бар, тор, йүгереп йөрө алдымда! Кәнтәй... Зөлфиәнең бите тимгел-тимгел ҡыҙарҙы: - Әпсәңә баҡыр, йәме! тулыһынса: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-06-09/aualar-y-safly-y-y-ki-k-sl-povest-3803645
"Рәсәй креатив аҙналығы - Евразия" фестиваль программаһын күрһәтәбеҙ Ижади осрашыуҙар, кино, экскурсиялар, концерттар – карточкалар табығыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшағанды һайлағыҙ. Фестиваль сараларында ҡатнашыу бушлай. Тулыһынса программаны ҡарау һәм теркәлеү өсөн eurasia.creativityweek.ru сайтына үтегеҙ
Ниңә ауылда хаҡты ныҡ арттыралар ул? Әйтерһең, унда миллионерҙар йәшәй. Ауылдан туғаным килде ҡунаҡҡа. Күстәнәскә ике бройлер алып килгән. Бына, үҙебеҙҙең тауыҡ булмағас, Вәсиләнән һатып алдым әле, ти. Хаҡы менән ҡыҙыҡһынам. Килоһы – 450 һум! Ә мин кисә баҙарға барып, фермер хужалығында үҫтерелгән тауыҡты килоһын 350 һум менән алдым. Шуны бешереп, йылы аш менән ҡаршы алдым туғанымды. Ул ауыҙ итте лә, көлә биреп, тәме бер нимә менән дә айырылмай, былай булғас, лутсы ҡаланан тауыҡ алып ҡайтырға кәрәк икән, тип ҡуйҙы. Ошонда яҙылғандар араһында ауылда йәшәгәндәр күп бит. Ә һеҙҙең яҡта тауыҡ күпме тора? Арзанмы, ҡыйбатмы? Һәм күпме торорға тейеш, тип уйлайһығыҙ? Тип мөрәжәғәт итә каналды уҡыусыбыҙ.
Шағир, журналист Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 87 йыл #ЮлайКәримовфотоһы Етте, етте! Алҡын йылғаларҙың ағыр юлын Кире бормаҡ булып беҙ ҡыялдыҡ. Ожмах төҙөй һалып, түренә менеп Ултырырға бер саҡ хыялландыҡ. Ай-йондоҙға барып ҡала ҡорҙоҡ — (Хыялдарҙың кем һуң сигенә еткән?) Баҡһаң, тыуҙырған да, туйҙырған да Үҙ еребеҙ — ғәзиз тупраҡ икән. Билғау аҫтың ныҡ булғанда ғына, Быуын талмай икән юлдарыңда. «Эшләйем!» тип һүҙ һөйләмә икән, Эш килмәҫтәй булһа ҡулдарыңдан. Шуны саҡ-саҡ онотоп таш ламаныҡ, Ярай әле иҫкә килдек бөгөн. Самалайбыҙ ҡулдан килерлекте, Иңгә һалған саҡта заман йөгөн. Етте, етте ҡомдан арҡан ишеү, Эшкә аш ырлыҡ булһын хыялыбыҙ! Яфа күрмәй ыуҙан, ялҡындарҙан Ыуылйып та ятһын тупрағыбыҙ!
Өфөнөң «БАТР» төркөмө «Атайым — механизатор» йырына клип төшөргән Был ябай йыр ғына түгел, клипта ауылды йәшәткән өлкән быуын механизаторҙарына рәхмәт тә белдерелә. Йыр һеҙгә нисек, дуҫтар? Оҡшаймы❤️?
Миәкәнән Альбина Исмәғилева һөт ризыҡтары алып килгән. Илсеғол ауылында ғаилә КФХ-һы тотабыҙ, продукцияны заказға ла эшләйбеҙ ти.