Шағир, журналист Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 87 йыл
Шағир, журналист Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 87 йыл #ЮлайКәримовфотоһы Етте, етте! Алҡын йылғаларҙың ағыр юлын Кире бормаҡ булып беҙ ҡыялдыҡ. Ожмах төҙөй һалып, түренә менеп Ултырырға бер саҡ хыялландыҡ. Ай-йондоҙға барып ҡала ҡорҙоҡ — (Хыялдарҙың кем һуң сигенә еткән?) Баҡһаң, тыуҙырған да, туйҙырған да Үҙ еребеҙ — ғәзиз тупраҡ икән. Билғау аҫтың ныҡ булғанда ғына, Быуын талмай икән юлдарыңда. «Эшләйем!» тип һүҙ һөйләмә икән, Эш килмәҫтәй булһа ҡулдарыңдан. Шуны саҡ-саҡ онотоп таш ламаныҡ, Ярай әле иҫкә килдек бөгөн. Самалайбыҙ ҡулдан килерлекте, Иңгә һалған саҡта заман йөгөн. Етте, етте ҡомдан арҡан ишеү, Эшкә аш ырлыҡ булһын хыялыбыҙ! Яфа күрмәй ыуҙан, ялҡындарҙан Ыуылйып та ятһын тупрағыбыҙ!