Ниңә ауылда хаҡты ныҡ арттыралар ул?
Ниңә ауылда хаҡты ныҡ арттыралар ул? Әйтерһең, унда миллионерҙар йәшәй. Ауылдан туғаным килде ҡунаҡҡа. Күстәнәскә ике бройлер алып килгән. Бына, үҙебеҙҙең тауыҡ булмағас, Вәсиләнән һатып алдым әле, ти. Хаҡы менән ҡыҙыҡһынам. Килоһы – 450 һум! Ә мин кисә баҙарға барып, фермер хужалығында үҫтерелгән тауыҡты килоһын 350 һум менән алдым. Шуны бешереп, йылы аш менән ҡаршы алдым туғанымды. Ул ауыҙ итте лә, көлә биреп, тәме бер нимә менән дә айырылмай, былай булғас, лутсы ҡаланан тауыҡ алып ҡайтырға кәрәк икән, тип ҡуйҙы. Ошонда яҙылғандар араһында ауылда йәшәгәндәр күп бит. Ә һеҙҙең яҡта тауыҡ күпме тора? Арзанмы, ҡыйбатмы? Һәм күпме торорға тейеш, тип уйлайһығыҙ? Тип мөрәжәғәт итә каналды уҡыусыбыҙ.