– Һин – ауылдың хужаһы, һәр кемде тигеҙ ҡарарға тейешһең! — 11 июня 2026 г. в 17:31:24.152
– Һин – ауылдың хужаһы, һәр кемде тигеҙ ҡарарға тейешһең! Атаһы сығырынан сыҡты. – Малакасос, үҙеңә етмәгән аҡылды миңә өйрәтмәксеһеңме? Кемгә ярҙам итергә үҙем беләм. Иҫке донъяһын минең арҡылы бөтәйтеү өсөн, бәлки, үҙҙәре юрый ут төрткәндер. Ә һин, ыштанһыҙ, шуларға ышанған булаһың! – Их, атай, ҡайҙан килә һиңә бындай бысраҡ уйҙар? – Улым, бына һин ул ата һүҙен тыңламай бысраҡҡа батып йөрөйһөң. – Зато күңелем таҙа минең! Йә, ҡайныма ярҙам итәһеңме? – Юҡ! Һинең ҡайның бит, һинең проблема! Так што... Сәлим башҡа һүҙ ҡуйыртманы, асыуынан ишекте шарт ябып сығып китте. Өйөнә ҡайтып еткәнсе бала сағындағы атаһының тупаҫлығын, әсәһен йәберһетеүҙәрен иҫләне. Тик Ләләгә һиҙҙермәне. Сайтта ⏬ https://ye102.ru/articles/litra/2025-06-21/b-g-y-4282164 Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

