Яҙыусы, журналист, педагог Мотал Зәкирйән улы Рәмов вафат булған
Яҙыусы, журналист, педагог Мотал Зәкирйән улы Рәмов вафат булған Ул 1964 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Сәләх ауылында тыуған. Уның тормош һәм ижад юлы төрлө яҡлы. Мәктәпте тамамлағас, район гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, үҙен үткер ҡәләмле автор һәм тәржемәсе итеп таныта. Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә, Йылайыр һөнәрселек училищеһында, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында уҡытҡан. «Атайсал» гәзитендә хәбәрсе булып та эшләне. Ул бик күп шиғырҙар авторы, уның һүҙҙәренә «Һөйөүҙер ул!», «Раббым», «Әүлиәләр иле», «Йырлар йырым — Йылайырым!» кеүек популяр йырҙар яҙылған. Прозала ла әүҙем эшләне, «Яҙмышмы, яңылышлыҡмы...» кеүек хикәйәләр авторы. Уның әҫәрҙәрендә йыш ҡына тыуған яҡҡа, ауыл тормошона һәм ябай кешеләр яҙмышына ҡарата тәрән һөйөү сағыла. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Мотал Рәмов һәр ерҙә лә уртаҡ тел таба белде, ижадтан айырылманы. . Бәхил бул, Мотал ағай! Шәп кеше булдың. Йәнең йәннәттә булһын