– Эске менән хәлде йүнәтеп үҙеңә ярҙам итмәйһең бит, киҫкенләштерәһең генә, – төш ауышҡ...
– Эске менән хәлде йүнәтеп үҙеңә ярҙам итмәйһең бит, киҫкенләштерәһең генә, – төш ауышҡас ҡына карауатынан тороп ултырған Зариф янына килеп ултырҙы Зәмирә. – Беҙгә лә ҡыйын. Рәсил менән Фирғәт ике һүҙҙең берендә: “Атайға ни булған?” – тип һорап йонсоттолар. Зариф, бер ни өндәшмәй, алғы яҡҡа сығып, ижауға һыу тултырып алды. – Өйҙән ҡыуып сығарҙың да хәҙер кәрәк булып киттемме? – тине Зариф ҡарлыҡҡан тауыш менән. Туя алмаҫтай булып һыу эсте. Хужабикә кеше иренең һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышты. – Отпускыңды шулай тәләф иткең киләме? Өй тирәһендә ҡыл да ҡыбырлатмайһың. Ауылдаштар, туғайҙан ҡайтмай, бесән эшләйҙәр. Беҙҙең сабылғандарҙы ҡоро һабаҡҡа ҡалмаҫ борон күтәреп ҡуйырға кәрәк. – Үҙ өйөңдән ҡыуып сығарһалар, рәнйемәҫ инеңме? – Зариф, ҡатынының күҙҙәренә ҡарамай, үҙенекен тылҡый бирҙе. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-29/kire-aytyp-y-r-m-hik-y-f-iz-harrasov-4821127