ТУҒАНЫҢДЫҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛ…
ТУҒАНЫҢДЫҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛ… 🌺 Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә, Бел, өмөттәр ҡай саҡ аҡланмай... Үҙ тормошоң үҙең көйләп өйрән, Яҡындарға асыу һаҡламай... ❤️ 🌻 Кемдәргәлер ҡылған изгелекте, Бизмәндәргә һалып үлсәмә. Шатлыҡтарын күреп шатлана бел, Ҡайғыларҙа бер үк – үсәмә! 🤍 🤝 Һаҡһыҙлыҡтан, ауыр һүҙҙәр әйтеп, Ситкә типмә ғәзиз туғаның! Кем белә һуң, ауыр саҡта килеп, Кемдең кемгә ҡулын һуҙғанын?! 🫶 💥 Һәр кешелә Хоҙай яҙған яҙмыш, Тормош һуҡмағы ла бер түгел... Ҡояш көлгән саҡта һинең күктә, Берәүҙәрҙә болот йәш түгер... ☀️☁️ 🌸 Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә, Бәхеттең дә көтмә әҙерен... Туғандарҙы булмай һайлап алып, Булғанының белсе ҡәҙерен! 🤲❤️ ✍️ Гөлфиә Киленбаева.