... Әммә Абдулла ҡалын, ҡыҙыл тышлы был диссертацияны ҡулына алғанда, иң беренсе сиратт...
... Әммә Абдулла ҡалын, ҡыҙыл тышлы был диссертацияны ҡулына алғанда, иң беренсе сиратта, ҡыҙының йоҡоһоҙ төндәрен, ошо эште атҡарыу өсөн уҡылған китаптар арҡаһында кейелгән күҙлеген, компьютер артында ултырыуҙан бөкөрәйә башлаған арҡаһын күрҙе. Һәм, иң мөһиме, ошо тигеҙ юлдар араһында, ошо йөҙ ҙә илле бит араһында, ҡыҙының кире ҡайтара алмаҫлыҡ йәшлек йылдары ята ине… Эх, әгәр ҙә Абдулла был таш ҡаланың ошо ҡыҫҡа ғына ҡыуаныслы мәл өсөн ҡыҙының иң матур сәскә булып атҡан осорон урлаясағын белһә, бер ҡасан да ебәрмәҫ ине Әйшәне унда. Әлеге байрам өсөн генә йәшлеген ҡорбан итергә юл ҡуймай, ауылда, ағас өйөндә бикләп тотор ине... сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-22/tash-ala-hik-y-sh-r-sh-k-rova-4818329