Һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә...
Һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә... Көндәр ҙә, кеше эшмәкәрлеге лә, көнитмеш тә бер төрлө була алмай. Беҙҙе бер көн ҡыуандырһа, икенсе көн борсорға, хатта илатырға мөмкин. Үткән аҙнаға байҡау яһайбыҙ. * Ҙур сара көтөлә Өфө 2028 йылда ШОС саммитын ҡабул итәсәк. Радий Хәбиров баш ҡалабыҙҙың Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреү урыны итеп билдәләнеүен хәбәр итте. Был ҙур халыҡ-ара сара буласаҡ. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикабыҙҙың баш ҡалаһы күптән инде конгресс үҙәгенә әүерелде. Күрәһегеҙ, Өфөлә халыҡ-ара, федераль саралар даими ойошторола һәм юғары кимәлдә үткәрелә. Иҫегеҙҙә булһа, 2015 йылда беҙҙең баш ҡалабыҙҙа ШОС, БРИКС илдәре саммиты уҙғарылғайны. * Көтөлмәгән бәхетһеҙлек... Аҙна башында Стәрлетамаҡтағы «Солнечный» сауҙа комплексында ҙур янғын сыҡты. Башта өс кешенең (бер туған ҡыҙҙар) һәләк булыуы тураһында хәбәр ителһә, һуңыраҡ дүртенсе кешенең дә ғүмере өҙөлөүе билдәле булды. Бер нисә кеше дауаханаға оҙатылған. Янғын факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, комплекс етәксеһе ҡулға алынды, тип хәбәр иттеләр. Хәҙер республиканың бөтә сауҙа үҙәге бинаһында тикшереү үтә. * Һәм тағы ла һис тә көтмәгәйнек... Башҡортостанда газға тарифтар үҙгәрә. 1 октябрҙән газдың яңы хаҡтары билдәләнеүе тураһында хәбәр ителде. * Яҡшы хәбәр ҙә бар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәген 75 йыллыҡ юбилейын менән ҡотланы. “Торатау” конгресс-холында тантаналы сара үтте. Рәсәй фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис СЕКИРИНСКИЙҙан теләк: “25 йылдан һуң бөгөн ошо залда ултырған, минеңсә, киләсәктә танылыу аласаҡ кешеләрҙең исемдәрен данлап иҫкә алырға насип булһын”. Тулыһынса сайтыбыҙҙа уҡығыҙ: Аҙна ҡаҙнаһы. Һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә...