🌷 ӘБЕЙҘӘРГӘ НИ ЕТМӘЙ? 🌷
🌷 ӘБЕЙҘӘРГӘ НИ ЕТМӘЙ? 🌷 👵🏻 “Әбей” тиҙәр, “инәй” тиҙәр, Күңелем ҡабул итмәй. Элек үҙем уйлай инем: Әбейҙәргә ни етмәй? 🤔 🌾 Әбейгә лә етмәй икән Бөтә, һәммә, барыһы, Бойҙайына туҡ булғанда, Етмәй икән тарыһы. ❤️ Әбейгә лә кәрәк икән Һөйөүе лә, наҙы ла, Күҙгә генә ҡарап торған Һин яратҡан таҙы ла. 🥰 👗 Уйлай инем: әбей булғас, Кейендең, кейенмәнең... Йәнәһе лә үткән уның Мода ҡыуыуҙар мәле. ✨ Хәҙер иһә ғәжәпләнәм: Их, ниңә кейенмәгән?.. Үҙен-үҙе ҡараниһә, Әбейең бына тигән! 🌸 👩🦳 Әбей тимәй, ҡыҙ тимәҫтәр – Уныһын инде беләм. Әбейҙәрҙең изге уйын Әләмдәр итеп эләм. 🏳️ 🕊️ Был әләмдең эстәлеге: “Хәрәкәттә – бәрәкәт. Именлектә торһон ғәләм, Ергә килмәһен афәт. 🕊️ Һуғыштары бөтөп китһен, Илде һәләк итмәһен, Ейәндәр етем ҡалмаһын, Донъя утта янмаһын”. 🤲 Шул уйҙарҙан, шул теләктән Бар йөҙҙәр балҡып китә. 🌍 Имен торһа донъяларың – Әбейҙәргә шул етә! ❤️ ✍️ Флүрә Низамова.