... - Гөлназ… Был бит туй. Ә туйҙа ни генә осрамаҫ. Бер матур хәтирә, мөғжизә итеп ҡабу...
... - Гөлназ… Был бит туй. Ә туйҙа ни генә осрамаҫ. Бер матур хәтирә, мөғжизә итеп ҡабул ит тә ҡуй. Аҙаҡ һағынып ҡына, йылмайып иҫләрһең әле. Нимә генә булһа ла, артыҡ иғтибар итмә, мәғәнә юҡ. Сөнки… Нисек кенә ҡыйын булмаһын, дөрөҫөн әйтәм инде. Минең ҡатыным һәм ике улым бар. Алдан әйтмәгәнем өсөн ғәфү ит. Әлбиттә, мин ҡатыным менән бергә йәшәмәйем, ләкин балалар өсөн мин - атай, уларҙы бер ҡасан да ярҙамымдан ташламаясаҡмын. Ә икенсе ҡатын алырға, яңы ғаилә ҡорорға минең әлегә теләгем дә, хәлем дә юҡ. Бер ауыҙың бешкәс, өрөп ҡабырға өйрәнәһеңдер… сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-10-28/tuy-y-ber-k-n-hik-y-3986880