🥬🥬🥬 Иҫ киткес тәмле салат!
🥬🥬🥬 Иҫ киткес тәмле салат! Бер тапҡыр эшләп ҡараһағыҙ, гел эшләйәсәкһегеҙ. 🥬 Шулай итеп, 3 литрлыҡ банкаға кәбеҫтәне борос, йә кишер, йә сөгөлдөр менән аралаштырып һалаһың. Һәр ҡат араһына һарымһаҡ та һалып ебәрергә кәрәк. Кәбеҫтәне төрлөсә турайым: һаламлап та, шаҡмаҡ итеп тә, эре киҫәктәргә бүлеп тә. Кәйефемә ҡарап, тиһәм дә була))) Шуныһы ҡыҙыҡ: был кәбеҫтәгә маринадты ҡайнатмаҫҡа ла мөмкин. Мин йыш ҡына ҡайнатмайса эшләйем. Теләйһегеҙ икән, ҡайнатығыҙ. Һис ҡаршылығым юҡ)) Ҡалайтһағыҙ ҙа, тәмле килеп сығасаҡ! 😋 🥣 Маринад өсөн: 1 литр һыуыҡ һыуға: ▫️ ярты ст. шәкәр ▫️ ярты ст. аш һеркәһе (быяла шешәләген ҡулланығыҙ!) ▫️ 2 аш ҡалағы тоҙ ▫️ ярты стакан көнбағыш майы 🌻 Бөтәһен бергә болғап, кәбеҫтә өҫтөнә ҡойорға кәрәк. Ҡурҡмағыҙ, тоҙо ла, шәкәре лә ирейәсәк! 😊 💡 Маринад артып ҡалһа, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ ҙа, икенсе көнөнә банкаға өҫтәп ҡойорһоғоҙ. 🥬 Кәбеҫтә берәй көн бүлмә температураһында ултыра, аҙаҡ һыуытҡысҡа алып ҡуяһың. Шунда уҡ ашай башламағыҙ, тәме һеңгәнсә ике-өс көн ултырһын. Үәт, шулай! Иҫ киткес тәмле ризыҡ килеп сыға! Гөлназ Ишемғолова.