Ололарға — ихтирам һәм хәстәрлек
Ололарға — ихтирам һәм хәстәрлек Ололар көнө алдынан өлкәндәргә ярҙам күрһәтеүгә арналған мәрхәмәтлек акцияһы үтә. Был изге эшкә Хәйбулла районының Әбеш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Көҙгө эштәр мәлендә улар өлкәндәргә ярҙам иткән: кемгәлер баҡсаһын йыйыштырырға, кемгәлер йорт эштәрендә булышҡандар. Өлкәндәр үҙ сиратында ҡунаҡтарҙы тәмле сәй менән һыйлап, рәхмәттәрен әйткән, яңылыҡтарын һөйләгән. «Уларҙың йөҙөндәге ҡыуанысты күреү беҙгә лә ҙур шатлыҡ булды. Изгелек ҡылыу, ярҙам итеү һәр саҡ күңелгә йылы бирә», — ти изге эшкә ҡушылыусылар. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Оло Әбеш мәҙәниәте йортоноң төркөмөндә хәбәр итәләр.