Перейти к содержимому
Максиметер

... – О-о-о, быларға штрафной һалығыҙ. Һуңлап йөрөмәһендәр икенселәй.

... – О-о-о, быларға штрафной һалығыҙ. Һуңлап йөрөмәһендәр икенселәй. – Юҡ, беҙ эсмәйбеҙ, – тип Рәмил еңел генә ҡотолорға уйлағайны ла, тегеләр күҙҙәрен дә астырманы. – Нисек була инде ул? Беҙ иҫерек, һеҙ айыҡ... Улай булмай, – тип ҡыҫтай башланылар. – Йәмәғәт, Рәмил эсһә, һеҙҙе кем бейетер һуң? – тип Солтан дуҫына ярҙамға ашыҡты. – Эй, беләбеҙ инде эскәндәрен. Эсһә лә уйнай ул. Ҡыланып ултыралар инде. Һал тултырып. Рәмилдең кәйефе ныҡ ҡына ҡырылһа ла, дуҫы хаҡына өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Аңламаҫһың был кешеләрҙе, эсмәһәң дә, эсһәң дә ярамай. Нимә етмәй икән уларға? Бына әле нимә тип ҡыҫтарға? Ю-уҡ, улар эскәндә һинең айыҡ йөрөргә хоҡуғың юҡ. Ә үҙҙәре айыҡ ваҡытта һине эскән килеш күреп ҡалһындар әле, ишетмәгәнеңде ишетәһең. Бар, аңлап ҡара һин уларҙы. Нисек кенә тырышмаһындар, уларҙы эсерә алманылар. Теләмәһәң, ауыҙыңа бер кем дә көсләп һала алмай. Йырлашып-бейешеп таң атҡансы ултырҙылар. Рәмил ҡулынан гармунын төшөрмәне лә тиерлек. Инде туҡтап ял итәйем тиһә, уйна инде, тине лә торҙолар. Танһыҡтары ҡанғансы бейетте үҙҙәрен. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-25/garmunsy-du-hik-y-h-li-chembarisova-4820883

2 094 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 794 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.