Перейти к содержимому
Максиметер

🌿Көнөгөҙ матур

🌿Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр 🌊 Бөтә донъя диңгеҙ көнө 💻 Система аналитигы көнө 🌍 Халыҡ-ара каруансы көнө 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. 🌿Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🌿Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. 🌿Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿 24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.

2 017 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 773 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.