.. –Ауыл балаһы. Приютта йәшәй хәҙер. Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгә...
.. –Ауыл балаһы. Приютта йәшәй хәҙер. Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгәҙәк, һөйкөмлө, тағы нескә күңелле, рәнйеүсән, тәбиғәттән бирелгән зыялылығы ла бар. Яңғыҙым ҡурҡам, тип гел генә йоҡларға кеше эҙләй. Беренсе көн операциянан һуң булһа ла иламһырағас бер ағай менән йәнәш һалдыҡ, ул сыҡҡайны, аяғы һынған бабайға күсте, бөгөн ул да ҡайта. Өмөттөң бар белгәне көндөҙ сыраҡ яндырып йөрөгән Диоген ише кеше эҙләү. Тағы бындағы медперсонал уға күсәнәстәр ташыйбыҙ, ә ул ашарға ашыҡмай, килтергәнебеҙҙе одеалы аҫтына һала, атайым-әсәйем килһә, бергәләп тәмләрбеҙ, ти. Бына ошондай ҡыҙғаныс күренеш әле беҙҙә. Ә хоҡуҡтарынан яҙҙырылған ата-әсәһе күренмәҫтәрҙер инде башҡаса. Күренмәҫтәр… Йөрәктәре әрнемәйме икән иманһыҙҙарҙың, баланы яҙмыш ҡосағына ташла ла сыҙап ят имеш! Бына бит эскелек ниндәй кимәлгә төшөрә әҙәм балаһын! Ә бит һөйләүҙәре буйынса әсәһе--уҡытыусы, атаһы Себер тарафтарына вахтаға йөрөп эшләгән. Хәҙер икеһе лә өйҙә, эшһеҙ ти, бар белгәндәре--өй беренсә араҡы теләнселәү. Улай тиһәң, хәҙер ауылдарҙа эш бармы икән ул? Шуға ла өмөттән яҙған халыҡ эскелеккә бирелгән…--Эшен тамамлап сығыр саҡта өҫтәп ҡуйҙы.--Зинһар унан баш тартмағыҙ. Әгәр ризалашмаһағыҙ беҙгә икенсе берәүҙе эҙләргә тура киләсәк, таба алмаһаҡ бала коридорҙа ултырып таң аттырасаҡ… Сайтта уф! https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-23/m-t-hik-y-h-y-r-tapa-ov-4818396
Канал в каталоге Максиметера
5 773 подписчиков · Новости