Перейти к содержимому
Максиметер

Рассольник

Рассольник 500 г башлы һуған, 1 кг помидор, 2 кг ҡыяр, 500 г кишер, 300 г арпа ярмаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 100 мл һыу, 60 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 10 бөртөклө ҡара борос, 80 мл еҫһеҙ үҫемлек майы кәрәк. Һуғанды ваҡ итеп турап, майҙа ҡыҙҙырырға. Уға ҡырылган кишерҙе өҫтәргә. Шунан туралған помидорҙы, шәкәрҙе, тоҙҙо, боросто һалып, ҡайнау хәленә еткәнсе утта тоторға ла алдан һыуға һалып бүрттерелгән ярманы, уртаса шаҡмаҡ итеп туралған ҡыярҙы һалып, яҡшылап бутарға. Ҡатнашманы болғата-болғата 40 минут бешерергә. Әҙер булырға 10 минут ҡалғас, аш һеркәһен ҡойорға. Әҙер булғас, стериль банкаларға тултырып ябып, баш түбән әйләндереп, юрған менән ҡапларға. Ҡалған рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-09-08/ysh-a-erl-n-be-4805817

1 912 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 773 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.