Башҡортостан Хөкүмәтендә бөгөн үткән оператив кәңәшмәнән
Башҡортостан Хөкүмәтендә бөгөн үткән оператив кәңәшмәнән * Башҡортостан Башлығы өс көнлөк һайлауҙы лайыҡлы үткәргән өсөн муниципалитет етәкселәренә, көс структураларына рәхмәт еткерҙе. * Тауыш биреүгә хоҡуҡлыларҙың 78,64 проценты һайлауға барған. * Әүҙем эшләгән депутаттарға дәүләт наградалары тапшырылды. * Яҡынса йомғаҡтар тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов мәғлүмәт бирҙе. * Иң теүәл һандарҙы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 25 сентябрҙә хәбәр итәсәк. * БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутат булып һайланған. * Радий Хәбиров уны парламент рәйесе вазифаһына тәҡдим итте. Иртәгә депутаттар ошо мәсьәләне ҡараясаҡ. * Андрей Назаров “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде. * Радий Хәбиров Александр Николаевич Шельдяевты БР Хөкүмәте Рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Тиҙ арала был туралағы документҡа ҡул ҡуйыласаҡ.
Канал в каталоге Максиметера
5 763 подписчиков · Новости