Перейти к содержимому
Максиметер

Ике мәрәй бар!

Ике мәрәй бар! Әле генә "Өфө-Арена" боҙ һарайында беҙҙең "Салауат Юлаев " командаһы менән Екатеринбургтың "Автомобилис"ы араһындағы уйын тамамланды. Иҫәпте иң тәүҙә беҙҙә уйнап киткән тәжрибәле һөжүмсе Александр Жаров асты. Өфөләрҙән Вадим Щипачев тиҙ арала яуап шайбаһы индерҙе.Ул күпселектә лә гол индереп, иҫәпте арттырғайны. Дәғүәсенең легионеры Стронгтың мәргәнлеге өфөләрҙең өҫтөнлөгөн юҡҡа сығарҙы-иҫәпте тигеҙләне. Һөҙөмтәлә ике яҡ та бирешергә теләмәй, уйын өҫтәмә ваҡытта дауам итте. Бында инде Мэттью Маджио еңеү шайбаһын индереп, командабыҙға бик кәрәкле ике мәрәй килтерҙе. Афарин, юлаевсылар!

767 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 766 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.