Бөгөн илебеҙ мөһим тарихи датаны — Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларының, Запорожь...
Бөгөн илебеҙ мөһим тарихи датаны — Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй менән берләшеүенә дүрт йыл тулыуҙы билдәләй. 2022 йылдың 30 сентябрендә рухы, ҡиммәттәре һәм маҡсаттары яҡын булған халыҡтар мөһим ҡарар ҡабул итте — яңынан берҙәм ғаилә булып йәшәүҙе һайланы. Ошо йылдар дауамында Башҡортостан ҡәрҙәш төбәктәрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтә. Бергәләп тыныс тормошто тергеҙәбеҙ, йорттар һәм юлдарҙы төҙөкләндерергә, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм дауаханаларҙы ремонтларға ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең шефлыҡ иткән территорияла — Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында — 250-нән ашыу торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объектын тәртипкә килтерҙек. Һәм был эште дауам итәбеҙ. Башҡортостан халҡы, волонтёрҙар, эшҡыуарҙар һәм бағыусылар гуманитар конвойҙар аша ярҙам ебәрә. Изге эштәре өсөн уларға ҙур рәхмәт! Һәм, әлбиттә, ҡорал тотоп үҙ бурысын үтәгән яугирҙарыбыҙға тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлайым!