"Салауат" компанияһы амбулаторияға оргтехника бүләк итте
"Салауат" компанияһы амбулаторияға оргтехника бүләк итте Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Амангилде табип амбулаторияһы эш өсөн кәрәкле бүләк алды. Ноутбук һәм принтерҙы амбулатория коллективына «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев үҙе тапшырҙы. Амангилде һәм эргә-тирәләге ауылдар халҡы һағында торған амбулаторияла 12 медицина хеҙмәткәре - ике табип, бер фельдшер һәм шәфҡәт туташтары эшләй. - «Салауат» компанияһына һеҙҙең ауылдашығыҙ, хеҙмәт ветераны Иштимер Ғүмәров мөрәжәғәт итте. Ул амбулаторияла оргтехника иҫкергән тип ярҙам һораны. Әлбиттә, беҙ ситтә ҡала алманыҡ. Сөнки һаулыҡ һаҡлау тармағына ярҙам күрһәтеү беҙҙең эшмәкәрлектә мөһим социаль йүнәлеш булып тора, - тине Таһир Тимербай улы коллектив алдында сығыш яһап. - Заманса техника менән рәхәтләнеп ҡулланығыҙ, бүләгебеҙ отчет-документация эшен еңеләйтһен. Амбулатория мөдире Зөһрә Аҡманова ярҙам өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. - Беҙ "Салауат" компанияһы тарафынан бындай иғтибар һәм шәп бүләк өсөн бик шатбыҙ. Нотбук һәм принтер амбулатория өсөн нисек мөһим булыуын барыһы ла аңлап тора. Предприятиеға эшендә уңыштар теләйбеҙ! «Салауат» компанияһына Амангилде амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре эшен еңеләйткән оргтехника өсөн рәхмәт һүҙҙәрен үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Килдейәров, Амангилде биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Сафиуллин, шулай уҡ ауыл халҡы исеменән Иштимер Ғүмәров һәм Гөлнур Ибраһимова белдерҙе.