Шағирә Лилиә Һаҡмар
Шағирә Лилиә Һаҡмар Әйткәндәй, уның бөгөн тыуған көнө ҺӨЙӨҮ ҺҮҘЕ – БӨЙӨК ҠАНУН Күрәһеңме, ҡулдарымдан Гөлдәр тама, усаҡ яна, Һәр һүҙеңдән, һәр ымыңдан Яҡыная ике ара. Иренемдән балдар тама Һинең йылы ҡарашыңдан – Яралғанбыҙ мин тик һине, Ә һин мине яратырға. Яралғанбыҙ бер йән булып – Ғәйбәт һөйләп ҡаңғырмағыҙ, Йөрәктәргә яра һалып, Бер бөтөндө айырмағыҙ! Ҡайырмағыҙ пар ҡанатты Көнсөл, яһил ҡулдар менән, Һеҙгә түгел, беҙ бит бары Тик һөйөүгә ҡолдар гелән. Һөйөү һүҙе – бөйөк ҡанун, Һинең ҡаның, минең ҡаным, Ҡояш кеүек бергә яныу, Бер бөтөндә, ерҙә ҡалыу! #ЮлайКәримовфотоһы