🌿Ялығыҙ матур
🌿Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр 🛡️ ОМОН ойошторолған көн 🚫🍷 Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм эскелеккә ҡаршы көрәш көнө 🦠 Вирустар тураһында хәбәрҙарлыҡ көнө 🍄 Бөтә донъя бәшмәк йыйыусылар көнө 🧶 Бөтә донъя кейеҙ көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. ✔️ 3 октябрь - был көндө ел көнсығыш йәки көнбайыштан иҫһә - ямғырға, көньяк еле - йылыға, төньяҡтан иҫкәне - һалҡынға ишара.