Һөйөнсө!
Һөйөнсө! Оҙаҡ йылдар “Йәшлек” гәзитендә эшләп, бөгөн “Ағиҙел” журналын етәкләгән коллегабыҙ Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин республикабыҙҙың иң мәртәбәле премияһына лайыҡ! Бөгөн Салауат Юлаев премияһының быйылғы лауреаттары билдәле булды. Абруйлы премияға Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле өсөн пьеса авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов лайыҡ булды! Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы ижади уңыштар, еңеүҙәр, башҡорт рухиәте һағында тағы ла оҙаҡ йылдар арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ!