🚗 Иҫерек водитель арҡаһында дүрт пассажир йәрәхәтләнгән
🚗 Иҫерек водитель арҡаһында дүрт пассажир йәрәхәтләнгән Ишембай районында водитель таныҡлығы булмаған 21 йәшлек иҫерек егет «ВАЗ-2110» руленә ултырған. Машина юлдан ситкә сығып китеп, түңкәрелгән. 💥 Һәләкәттә дүрт пассажир, шул иҫәптән бәлиғ булмаған ҡыҙ, йәрәхәтләнгән. Уларҙың барыһы ла дауаханаға оҙатылған. Водитель үҙе зыян күрмәгән. Тикшереү барышында уның тын алған һауаһының бер литрында 0,310 мг алкоголь асыҡланған. 🚔 Водителгә ҡарата иҫерек килеш һәм таныҡлыҡһыҙ машина йөрөткән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Автомобиль махсус һаҡлау урынына ҡуйылған.