Күңел донъяһы | Хикәйә
Канал в MAX
Башҡортса, татарса хикәйәләр, шиғырҙар
Загружаем канал…
Мы используем cookie для улучшения работы сайта и анализа статистики. Оставаясь на сайте, вы соглашаетесь с Политикой конфиденциальности.
Канал в MAX
Башҡортса, татарса хикәйәләр, шиғырҙар
Үҙенең күңеле бер ҡатлы, ихлас булғас, башҡаларҙы ла шундай тип белде Миләүшә. Быға тиклем йөрөгән егеттәре лә булманы. Шуға оҫта телгә, матур һүҙгә тиҙ алданды ҡыҙ. Тиҙҙән ауырлы булыуын аңланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-01/bala-y-ly-ta-yaza-ik-n-4768232
Баҫалҡы холҡло, төҫкә лә бик күҙгә һалынып бармаған оло улдары ҡыҙҙар менән дә бик аралашып бармай, ә инде баҫҡан урынында ут уйнатып йөрөгән, оҙон буйлы, төҫкә әсәһе һымаҡ һылыу Моратҡа ҡыҙҙарҙан ихтибар етерлек була, бәлки шуғалыр ҙа, йәшләй генә өйләнеп тә ҡуя ул. Балалар ир ҡорона етә башлағас, Сөләймән менән Аҫылбикә , ауыл балалары булараҡ, үҙ йорттарын булдырыу хыялы менән янып, ҡала ситенән урын алып, йорт төҙөргә керешәләр. Икеһе лә уңған кешегә хыялдарын тормошҡа ашырыу еңел булмаһа ла, тырышып- тырмашып йорт төҙөп, шатлыҡтары менән туғандары, дуҫтары менән ихлас бүлешәләр. https://ejansura.ru/articles/tormosh-aba-y/2026-08-06/tormosh-yuldary-atmarly-4773613
Дүрт батырҙың береһе яугир ҡатын булыуы тураһында хәбәр алғандан һуң, Хандың асыуы ҡыҙыҡһыныу менән алмашынды. Яугир ҡатынды үҙ эргәһенә индерергә ҡушты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын белһә лә, яугир ҡатынды был тиклем дә һылыу булыр тип һис тә уйламағайны. Оҙон толомло, сөм ҡара күҙле, йөҙөн тулыһынса тиерлек ҡаплаған саң да уның алһыуланып торған аҡ йөҙөнөң матурлығын йәшерә алмай ине. — Яҡыныраҡ кил! — тип бойорҙо Хан. Яугир ҡатын Хан яғына бер-ике аҙым яһаны ла туҡтаны. Ашыҡмай ғына яһаған хәрәкәттәрендә лә етеҙлеге һәм йылғырлығы, ә үҙенең тотошонда буйһонмаҫ көс тойола. Ә йөҙөндә ҡурҡыуҙың ғына түгел, хатта тулҡынланыуҙың да эҙе юҡ... Хан быға һоҡланыуын йәшерә алмай, бойороҡ тауышын үҙгәртеп ебәрҙе: — Кем булаһың, Ҡыҙ батыр? — тип һораны. Яугир ҡатын исемен, ырыуын, тамғаһын, …
Читать целикомӘсәһенән ҡотолоу юлын тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятма, тигән булып, бер “ухажер”ының ҡатыны менән донъя бүлешкәндән һуң ҡалған дачаһына ҡалдырып китте. Йәнәһе, саф һауа һуларһың, баҡсалағы төрлө емеш-еләк менән һыйланырһың. Көҙгә тиклем үҙем аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ яныңа ташып торормон, тип пенсияһы күсерелә торған банк картаһын да әсәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып киткәйне Гөлназ. Йәй үтте, ә ғәзизе әсәһенең иҫәнлеген дә белешмәй, исмаһам. Үҙе менән алып килгән аҙыҡ-түлек наҡыҫайғас, үлән сәйе, емеш-еләк менән йән аҫрап торғайны башта, хәҙер сейә, ҡурай еләктәре күптән ҡойолоп бөттө, алмалар ҙа ағас баштарында берәм-һәрәм генә ҡалды. Уларын үрелеп алыр хәлдә түгел Зәбирә ҡарсыҡ. Икенсе көн инде ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарынан, гөлйемеш ҡушылға…
Читать целикомАтаһы Ғәйфулла ҡаты ҡуллы кеше булды. Тиҙ ярһыусан, дошманлашһа, ғәфү итмәй торған, ғәрсел әҙәм булыуын ауыл халҡы өнәмәне. Уның тәүге ҡатыны, Әлифәнең әсәһе, икенсегә баланан бушана алмай донъянан китеп барҙы. Ғәйфулланың ҡулы ла тейгән, тип һөйләүселәр булды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-10/al-ta-malar-b-yl-nem-min-ila-tal-a-4840826
Күршеләрендә генә йәшәгән Тәғзимә апай, оҙаҡ ауырығандан һуң, ҡыштың сатлама бер һыуыҡ төнөндә яман шеш ауырыуынан донъя ҡуйҙы. Уның тормош иптәше, электән үк эсергә яратҡан Ғәлиулла ағай, ҡайғы һылтауы менән бөтөнләй айыҡманы. Улдары Юлай оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына китеп олағыу сәбәпле, әсәһен ерләшергә ҡайта алманы. Хәйер, уға был хаҡта хәбәр итеүсе лә булмағандыр, сөнки бер кем дә аныҡ ҡына адресын белмәй ине. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-10/s-b-hete-4840822
— Мә! Миңә бала кәрәк тип һин әйттең бит! Ал! Мин таптым, һин көт, тип екеренде гел. Ишетмәмеш, күрмәмеш булып ҡала яғына сығып та киткеләнем. Бер ҡайтһам шулай, баланың һырт буйы күм күк. Күрмәнем дә әле уны тәүлә. Арыуыҡ ҡырҙа булып ҡайтҡас, баланы һағындырған, һаҡ ҡына арҡаһына ҡағылып һөйәм тиһәм дә балаҡай ялтана. — Ана, һине яратмай, шуға ҡаса! Теләһә ҡайҙа йөрөп ғәйбәт йыйып ҡайтҡаныңды бала ла белә, - тип һалды ошоғаса бер ытырғанып ҡаршы һүҙ әйтмәгән килен балам. Тыуғас та, көс күреп, ризалыҡһыҙ ғына имеҙҙе баланы. Әллә ниндәй шыптыр һауытлы һөтөн иҙеп эсергәнен күреп, әсә һөтөнә етмәй, имеҙ, килен, тигәйнем, шунан китте мине дошман күреү. Мине йонсоһон, төнөн йоҡламаһын, тиһең инде, тип ауыҙ эсенән мыңғырҙаны. Балаҡай саҡ ҡына йүткерһә лә, витаминлы һөт эсертмәйегеҙ бына, а…
Читать целикомКөткәс, ваҡыт айырыуса ығыш... Бына бейек ишектәр шар асылып китте лә эркелеп йәштәр сыға башланы. Иң тәүгеләрҙән булып атылып килеп сыҡҡан Таңһылыуҙы шунда уҡ таныны Ғәфүрйән. Ҡала ҡайһылай килешкән ҡыҙыҡайға! Бына ҡыҙ аяҡтарын етеҙ йүгертеп, ырғый- һикерә бейек баҫҡыстан төшә башланы. Йылмайып туп-тура Ғәфүрйәнгә табан килә. Егет ҡаушауҙан сигенгәндәй булды ла бер аҙым алға атланы. Тик Таңһылыу, уға күҙ ташлап ҡына алды ла үтеп китте, ҡайһы аралалыр артҡа килеп баҫҡан теге сибәр егеткә барып һыйынды. Баштан-аяҡ боҙло һыу ҡойонған һымаҡ шаңҡып күпме торғандыр Ғәфүрйән, иҫенә килеү менән ҡырт боролдо ла башы һуҡҡан яҡҡа ташланды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-08/keshel-r-yondo-ar-yma-4839585
Хәлил менән бергәләп көндән-көн матурыраҡ хыялдар ҡорабыҙ. Көҙгә ул армияға китергә йыйына. Барма, тип өгөтләү – урынһыҙ. Серле керпектәренең һәр бөртөгөнән илаһи нур сәсеп ҡараясаҡ та, «мин ир-егет бурысын үтәргә тейеш», тип әйтәсәк ул барыбер. Тимәк, миңә түҙемле булырға кәрәк. Әйҙә, шулай булһын, мин риза – көтөргә һәм түҙергә. – Һин шундай матурһың, Әлфиә… – Һин дә, Хәлил… – Мин һине йондоҙға оҡшатам… – Ә мин һине ҡояшҡа тиң күрәм… – Йондоҙом минең, әйҙә гел бергә булайыҡ. Мин һине яратам. – Хәлил, Ҡояшым минең, мин дә яратам. Мәңге бергә булырға ризамын... Ҡулға-ҡул тотоношоп алға, киләсәккә табан атлайбыҙ. Күңел тулы наҙ, йөрәктәрҙә – һөйөү тантанаһы. Тулҡынланыуҙан, шатлыҡтан тулышҡан йәшле күҙҙәребеҙҙе ҡояшлы көндө алмаштырып өлгөргән, үҙендә мәңге асылмаҫ сер йәшергән төнгө күк кө…
Читать целикомКүрше ауылда ла, үҙҙәрендә лә яңғыҙаҡ ҡатындар барлығын бар ҙа… Әммә күңелгә ятышлыһы ғына юҡ. Ана, Бибиәсмәне генә ал: ике балаһын да “елдән тапҡан”, йәғни йөрөп тапҡан. Күрше ауыл Зөһрә буйҙаҡлыҡҡа буйҙаҡ та… Әммә ирһәк ул. Ә Зарифаға килгәндә… Фәнил менән шул Зарифа араһында бер сер бар, уны әлегәсә берәүгә лә һөйләгәне юҡ Фәнилдең. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-08/le-y-sh-y-e-bar-4838771