Әсәһе, кеше күҙҙәренә ҡалдырмай, алһаңсы, тип һәр ваҡыт теләп ултырыр ине. Теләктәрен, ...
Әсәһе, кеше күҙҙәренә ҡалдырмай, алһаңсы, тип һәр ваҡыт теләп ултырыр ине. Теләктәрен, хоҙай ишетте. Белһә икән, ниндәй әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә төшөрөн ҡыҙының. Книжкаларына йыйған аҡсаларын үҙе тотондо Зилә. Мин күберәк ҡараным, һөт-ҡаймағымды ашаттым, йәнәһе. Өҫ-баштары ҡараулы булды. Әсәһенең, һүҙе ҡолаҡ төбөндә һаман яңғырай. – Ризалығым һиңә ҡыҙым, "чистым" бүлешегеҙ. Йыйған мөлкәтте. Тыуған йортто һатмағыҙ. Тыуғандарың ҡайтып йөрөр, балам. Йәй көнө беҙҙә ифрат матур бит. Ейәндәремә ҡайтыр ер булһын. Кеше олоғайғас, ергә тартыла. Ҡаланан бәлкем берәүһе төпләнер, – һуңғы һүҙҙәре шул ине. Юҡ, мин-минлеге, алға тәгәрәне ҡатындың. Раиле лә ҡаршы булды: – Оял әҙерәк. Уртаҡ йорт, нимә ҡыланаһың һин? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-17/yush-yn-4815939