– Хыянат итеүҙәре хаҡмы, ҡустым? Яңылышмайһыңмы? Тормошта төрлөһө була, һөйгәнеңде наха...
– Хыянат итеүҙәре хаҡмы, ҡустым? Яңылышмайһыңмы? Тормошта төрлөһө була, һөйгәнеңде нахаҡтан рәнйетмәнеңме? Кеше һүҙе кеше үлтерә... – Берәү ҙә бер ни һөйләмәне, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. – Шулаймы? – Мансаф башҡа һүҙ тапманы. Шулай, абзый. Осрашҡан һайын Рәҡиптең ике күҙе минең Йәмиләлә булды. Йыр сығарһынмы, таҡмаҡлап ебәрһенме – килештерә. Теленә ни килә, шуны таҡмаҡлай: Эй, һылыу Йәмилә, Көндә күрәһем килә. Эй, сибәр Йәмилә, Күңел тартыла һиңә! Ә тегеһе ошо йүнһеҙ таҡмаҡҡа туфли үксәләрен һындырырлыҡ итеп тыпырлатып бейей. Маймыл! Ә бөгөн Йәмиләнең тыуған көнө. Дүрт-биш пар ҡунаҡҡа йыйылдыҡ. Рәҡиптең дуҫлашҡан ҡыҙы Магниттан ҡайтып өлгөрмәне, һаман минең Йәмилә янында урала. Егеттәр менән ихатала тәмәке тартып керһәм, музыка уйнай, икәүҙән-икәү генә танцевать итә былар. Рәҡип Йәмиләгә ниҙер шыбырлай, тегеһе хихылдай. Шиҡандаҡты мөйөшкә ҡыҫырыҡлап үпте лә шикелле... Шунан мин табынды ташлап сыҡтым да киттем, ярты сәғәттән вокзалда инем. Өфөлә ағайым МВД-ла эшләй, табыр әле миңә берәй эш. Ә былай агроном мин, ауыл хужалығы университетын тамамланым. Төкөрҙөм барыһына ла! Әйҙә, өйләнешһендәр. Рәфис, үпкәләгән бала һымаҡ, ирендәрен турһайтты. – Үпте лә шикелле... «Шикелле» генә бит әле, ҡустым. Көнләшһәң, юҡты ла күрәһең ул... – Үҙегеҙ татымағас, ышанмайһығыҙ, хатта һеҙгә көлкөлөр ҙә. Кеше хәлен кеше беләме... https://ejansura.ru/news/hikaya/2025-10-04/a-sarla-tauyshly-a-osh-hik-y-4414606