— Үҙең беләң бит, Сөмбөл, еңгәңде эйәрсән ҡыҙы менән алғайным. Ҡаҡманым һуҡманым, уртаҡ...
— Үҙең беләң бит, Сөмбөл, еңгәңде эйәрсән ҡыҙы менән алғайным. Ҡаҡманым һуҡманым, уртаҡ балалар булғас тиң күреп үҙ иттем. Йәшәнек тә киттек, ЗАГС ҡа барырға кәрәк тип тә уйламаныҡ. Өй минең исемдә ине, әсәй мәрхүмә миңә яҙғанын белә инегеҙ бит инде, -- бер аҙ тауышы ҡалтыранғандай булды ағайҙың, ҡарашы мунса тәҙрәһеләй кескәй уйымға төбәлеп, саҡ ҡына тын тора бирҙе. Әллә хәтер ебенең дөрөҫ һүтелеүен самаланымы, әллә... Билдәһеҙ. — Зарина ҡыҙым тыуғас, әсәлек капитал бирелде. Аҡсаға әйләндерәбеҙ тип, тоттоҡ та мин өйҙө һатыусы булып, еңгәң һатып алыусы роленә баҫтыҡ. Аҡса еңгәң кеҫәһенә төштө теүәл генә. Бер ни үҙгәрмәне лә кеүек ошо хәлдән аҙаҡ. Шул килеш матур ғына арыуыҡ йәшәп тә ташланыҡ. Тағын бер ҡыҙ тыуҙы. Тик бер мәл әҙ генә эсеп йә эшкә сыҡмай башлаһам еңгәң ошонда ҡыуа ине. Аҡсалы саҡта ҡәҙерле булыуым, аҡсам бөтһә ҡәҙерем дә бөтөүен аңлап алдым. "Был минең өй, һин кем беҙгә?" тип аптыратыр ине. Бер көн тамам түҙемлегем бөтөп бар кейемемде төйнәп ошонда сығарҙым. Ас тамағым - тыныс ҡолағым... Ә балаларға яңы атайҙы тиҙ "йүнләп" алды еңгәң. Шулай беҙҙең хәлдәр... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-17/lg-n-muyynsa-4847030