Утһыҙ төтөн борҡомаҫ... Мәрйәмдә ул, шуның ҡосағында. Бына тигән ирен әҙәмгә һанламай ҡ...
Утһыҙ төтөн борҡомаҫ... Мәрйәмдә ул, шуның ҡосағында. Бына тигән ирен әҙәмгә һанламай ҡыуып сығарған, тиҙәр. Хәҙер кеше йәре танһыҡ икән берәүгә. Күрмәгәнен күрһәтер. Өйөн үртәр, үртәмәһә, тәҙрәләрен зыңлатып онтар, сәсен йолҡор! Зәлифә игене урылған баҫыу юлынан байтаҡ атланы. Ҡыҙыу барҙы, тиҙҙән дерелдәүе лә бөттө. Сәғәт беренселер инде, циферблаты шәйләнмәй. Ауыл уттары һирәкләнгән, эттәре лауылдаша, клубтарынан ҡолаҡҡа музыка сағыла. Ярһыуы баҫылғайны уның. Бында милиционер юҡ. Берәй депутатты уятһа? Килешерме? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-18/b-g-nd-n-ber-y-ya-a-sy-yp-kiterg-4689686