– Ни ҡыланыуың, Света? Ҡайҙа булдың?
– Ни ҡыланыуың, Света? Ҡайҙа булдың? – Ә нимә? Гел һиңә генә эсеп ҡайтырғамы? Рәхмәт әйт бөгөн ҡайтҡанға! Һин эсһәң, тәүлек ҡайтмайһың әле! – Ҡайҙа йөрөнөң? Мин бөтәһенә лә шылтыраттым. Әхирәтеңдә лә юҡ инең! – Аптыратма, Ринат! Мин арыным, йоҡлайым. – Нимә? Кем тинең? Ниндәй Ринат? Үлтерәм мин хәҙер һине, – Марат енләнеп Светаға яҡынланы. – Нимә? Иҫерек бисәне туҡмайһыңмы? Туҡма, әйҙә, туҡма! – Ниндәй Ринат тим мин һиңә? – Ниндәй ниндәй... Бер ниндәй ҙә! Һеҙ ирҙәр бөтәгеҙ ҙә бер ниндәй ҙә! Эшкинмәгәндәр... Торма, әйҙә, һорау алып. Лучше сисендер ҙә юрған яп. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-14/i-erek-atyn-4781764