Тәүге ҡатыны Зөлфиәнең “йәшел йылан” менән дуҫ булыуын һәм улдары Фәдисте алып үҙе кеүе...
Тәүге ҡатыны Зөлфиәнең “йәшел йылан” менән дуҫ булыуын һәм улдары Фәдисте алып үҙе кеүек эскесе иргә эйәреп сығып китеүен белгәс, яңғыҙ ҡалған ирҙе бигерәк тә йәлләй. Уға тоғро ҡатын булырына ышана. Апайы менән кәңәшләшкәндән һуң, яҙмышын һынап ҡарарға була. “Кейәү” ҡыҙҙы дөйөм ятаҡтағы өс урынлыҡ бүлмәһенә алып ҡайта. Тәүге мәлдәрҙә һәүетемсә генә йәшәй улар. Бәхетенә һөйөнөп бөтә алмаған ҡатын иренә нисек ярарға ла белмәй. Әсәһе менән киткән Фәдисте лә йәлләй. “Үҙеңә ал һуң, берәй нисек үҫтерербеҙ әле”, – тип тә ысҡындырғылай. Был һүҙҙәрҙән Зөлфәрҙең күҙҙәре йылтырап китә, күренеп тора, улының ҡайтыуын бик теләй. https://ejansura.ru/articles/ataisal/2026-01-30/g-y-bala-arau-e-elme-4556710