– Унда барыуыңа мин дә, атайың да шыпа ла ҡаршы түгелбеҙ, имен-аман ғына йөрө, йөҙөбөҙг...
– Унда барыуыңа мин дә, атайың да шыпа ла ҡаршы түгелбеҙ, имен-аман ғына йөрө, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй хеҙмәт ит, тик беҙҙең бер генә талап – һин яңы әйткән шәхси мәсьәләңде хәл итеп, ошо ун көн эсендә өйләнергә бурыслыһың! Алдан киҫәтәм, теге тарафтан аңын-тоңон айырмай, ят милләт балаһын килен итеп эйәртеп ҡайтһаң, фатихабыҙҙы бирмәйәсәкбеҙ, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй! – Ошоғаса төп шөғөлөм уҡыу булды, шуға яҡындан дуҫлашҡан ҡыҙым да юҡ, ҡыҫҡа арала киленде ҡайҙан табайым һеҙгә? Бөгөн йүнләгеҙ, димләгеҙ, өйләнәм! – Ыңғайҙарына һыпырып, шаяртып ҡотолорға иҫәп. Шул ғына кәрәк икән дә баһа, әсәйем теремекләнеп китеп, былай ти: – Ундай уйҙа йөрөгәс бик мәслихәт, ауыҙыңа бал да май, ризалығыңды бирҙең, табам мин һиңә кәләштең бына тигәнен! – Ҡайҙан? Кемде? – Уйындан – уймаҡ, тигәндәй, уйламаған хәбәр ысҡындырып, хафаға ҡалдым. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-11/k-l-sh-ytterg-nd-4777809