Нисек кенә Зөһрә еңгәмә ҡарата йомшак булырға, уны көйөнөстәрҙән һаҡларға тырышһаҡ та, ...
Нисек кенә Зөһрә еңгәмә ҡарата йомшак булырға, уны көйөнөстәрҙән һаҡларға тырышһаҡ та, "ауырыуы" көсәйҙе генә. Табиптар ҙа: – Медицина был өлкәлә көсһөҙ, - тип ҡулдарын ғына йәйҙе. Беҙҙең ауыл ҙур ғына, ҡасаба иҫәбенә керә, шулай булыуына ҡарамаҫтан: – Зөһрә алмашынған, – тигән хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Күп иҫкәртеү, ялыу ҡағыҙҙарынан һуң еңгәмә эштән китергә тура килде. Быны ул тағы ла бер кәмһетелеү кеүек ҡабул итте. Бер кистә, йоҡларға урын әҙерләп йөрөгәндә, Зөлфиә күҙҙәрен уға төбәп: – Әсәй, һин ауырыйһыңмы? – тип һораны. Еңгәм уңайһыҙланды, нимә әйтергә белмәй, ҡалҡып беҙгә ҡараны. Әсәйем йәштәрсә етеҙлек менән Зөлфиәнең ҡулындағы юрғанын алып: – Ниңә улай тиһең, балам, әсәйең һау-сәләмәт, – тип йөпләне. – Ә беҙҙең кластағы Дилараның апаһы: "Һинең әсәйең ауырыу, шуға ла эшләмәй өйҙә ята", ти. Был һүҙҙәргә ҡаршы яуап таба алмай аптырап ҡалдыҡ. Тик еңгәмдең генә ҡарашы бөтөнләй һүнгән кеүек булды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-04/a-ayy-mine-sa-yra-hik-y-4740211