Егет алдан әҙерләнеп ҡуйған, күрәһең, зауыҡ менән биҙәлгән залда шарап, ике фужер, емеш...
Егет алдан әҙерләнеп ҡуйған, күрәһең, зауыҡ менән биҙәлгән залда шарап, ике фужер, емеш-еләк, һут урын алғайны. Хужа шунда уҡ фужерҙарҙы тултыра һалды. – Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем Азамат була, – тине ул, тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайып. Ғәлиә әхирәте өйрәткәнсә башҡаны әйтергә уйлағайны, ауыҙынан ысын исеме сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡыҙ шарапҡа ирендәрен генә тейҙереп алғайны, әммә Азамат: «Танышыу хөрмәтенә бөтөргәнсе эсәйек», – тип ҡыҫтағас, бәлки, ҡыйыуланып китермен, тип яртылаш эсте лә ҡуйҙы. Ысынлап та, аҙыраҡ теле асылды ҡыҙҙың. Егеттең матур мөләйем йөҙөнә лә ҡарашын тартынмай ташланы. Йоҡо бүлмәһенә инеп, карауатта бер аҙ шым ултырғас, Азамат ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыҙҙың бармаҡтарынан тотоп: – Йә, башла... – тип шыбырланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-05/abatlanma-ya-myshtar-4772424