Мәктәпте тамамлағансы үҙемде каторгала кеүек тойҙом. Барыһы ла минән асыҡтан-асыҡ йәки ...
Мәктәпте тамамлағансы үҙемде каторгала кеүек тойҙом. Барыһы ла минән асыҡтан-асыҡ йәки аҫтыртын көлгән һымаҡ. Ғәләмәт ауыр булды. Мине ерле-юҡтан кәмһеткән ҡыҙҙарҙың бишеһенә лә рәнйеп, иланым ғына. Ҡай береһенә күҙ йәшем төштө, буғай: Лилиә йәшләй үлде, Ираның ике балаһы ла ауырыу. Үсәп әйтмәйем, былай ғына әйтәм... Мәктәптән һуң институтҡа имтихандар тапшырҙым. Минең хәтерем яҡшы, тип әйткәйнем бит, фотографик хәтер, шуға имтихандарҙың ауырлығын тойманым. Һуңғы имтиханды тапшырғас та, һөҙөмтәләрҙе белмәйенсә, ауылға ҡайтырға тура килде: әсәй дауаханаға эләкте, мин донъя көтөп ҡалдым. Уҡырға ингәнмендер, тип ышандым. Тик саҡырыу, ана килер, бына килер, тип күпме көтһәм дә, килмәне. Көҙгөһөн күрше участка дауаханаһына санитарка булып эшкә сығырға тура килде. Әйткәндәй, документтарым һаманғаса шул институтта ята. Барып алырға тәүҙә юлға аҡса булманы, һуңынан ҡул һелтәнем, барыбер кәрәге юҡ, тип. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-04/b-hetle-bulyr-s-n-s-b-pt-r-eterlek-4771100