Мин кейәүгә сыҡҡанда ла апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр: “Штубы иреңде еңдермә! Баштан уҡ ҡа...
Мин кейәүгә сыҡҡанда ла апайҙар, еңгәйҙәр, инәйҙәр: “Штубы иреңде еңдермә! Баштан уҡ ҡаты тот. Ҡәйнәңде беренсе көндән урынына ултырт!”-тип өйрәттеләр. Барыһын да ишетеп ултырған әсәйем дә өндәшмәне. Тимәк, килеште улар менән. Шуға күрә килен булып йәшәй башламаҫ элек ҡәйнәм монстр булып күренде. Ә ул бит миңә бер насарлыҡ эшләмәгән ине. Мин уның һәр ҡарашын, һәр ҡыланышын үҙемә ҡаршы ҡабул иттем. Иремә мыжыным. Иремде туҡтауһыҙ еңергә маташтым. Үсегеп ҡайтып киттем. Апайҙарым “артыңдан килеп йығылмайынса барма” тип өйрәтте. Һөҙөмтәлә, хәҙер мин яңғыҙ үҫтерәм баламды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-01-24/kilend-r-e-a-yulama-a-y-ine-4095971