– Ихтыярлы, көслө егетһең, бирешмә, – тип әллә хирургтың туҡтауһыҙ сәмләндереүе, әллә ү...
– Ихтыярлы, көслө егетһең, бирешмә, – тип әллә хирургтың туҡтауһыҙ сәмләндереүе, әллә үҙенең тиҙерәк арыураҡ булып ҡайтыу теләге көс өҫтәгәндәй булды – тәки тырышып аяҡтарына баҫты, сатанлап булһа ла атлай башланы. Госпиталдән сығырға бер нисә көн ҡалғас, уға хат килтереп тотторҙолар. «Һаумы, ҡәҙерле абзыйым, – тип башланған ине хат, – һиңә ҡартатайымдан, инәйемдән, күршеләрҙән күп сәләм ебәрәм. Хәҙер беҙ бер урында, күмәкләп беҙҙең өйҙә йәшәйбеҙ. Күп утын әрәм иткәнсе, шулай уңайлыраҡ, ти инәйем. Мин кистән үк йоҡларға ятам, йоҡлаһаң – һәйбәтерәк, ас икәнемде онотам. Күптәр шешенеп астан үлделәр, теге ос Наилды хәтерләйһеңме? Башы ҡортлап үлде, ашлыҡ таҙартҡанда бер ус бойҙай алған өсөн Глаша башына тимер таяҡ менән һуҡҡан. Ҡурҡып өндәшмәгән. Үлгән кешеләрҙе ҡарға күмәләр, зыяратҡа апарырға хәлдәре юҡ. Ғәлиәскәр, Минлеғәли абзыйымдарҙың «похоронка»лары килде. Беҙ ышанмайбыҙ. Көтәбеҙ. Улар үлмәгән». Хаттың аҙағына эре хәрефтәр менән: «Абзый, ғәфү ит, мин һин тешләгән күмәстән бер ҡабым ғына ашаным, һин ҡайт, дошмандарҙы еңеп ҡайт», – тип өҫтәлгәйне. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-25/ber-abym-yna-4792161