– Ҡатын кешенең бер юлы ике ир менән йәшәгәнен ишеткәнең бармы, апай? Зифа бына шулай й...
– Ҡатын кешенең бер юлы ике ир менән йәшәгәнен ишеткәнең бармы, апай? Зифа бына шулай йәшәгән. Ышанаһыңмы, апай?.. – Һиңә ышанам. Әммә Зифаның был ҡылығына ышанғы килмәй, һеҙ бит нисә йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештегеҙ. Өйләнешкәс тә бер-берегеҙҙән айырылманығыҙ. Ҡасан ике ир менән йәшәп өлгөрһөн ул? Әсәй кеше ул юлға баҫмаҫ. – Апай, элек түгел, яңыраҡ йәшәй башлаған. Йә һин китеп барҙың, һине тыңлай торғайны ул. Серҙәрен һөйләһә, бәлки, ҡурсалап алып ҡалыр инең. – Әле Зифаның ҡайтыр ваҡыты етмәйме? – Юҡ. Ҡәйнәмде лә бергә китәбеҙ тип алдаған. Өсөнсө көн балдыҙҙы күреп ҡалдым. Аптырап китте. “Ҡайттығыҙ ҙамы ни?” – ти. Ә миңә, әсәйемдәргә барабыҙ, тине. Ял йортона шылтыраттым. Ире менән бергә ял итә, тинеләр. Шунан бирле ашаған-эскән юҡ. Урам буйлап машинала тик йөрөйөм. Заһирҙы өгөтләп өйҙәренә алып килдем, һәр ваҡыттағыса бөхтәлек, тулы тәртип, һөйләшеп ултырабыҙ. – Иҫеңдәме, Заһир, бер саҡ икәү-ара бәхәсегеҙ барған саҡта мин һеҙҙә инем. Һиңә лә, унан һуң Зифаға ла иҫкәрткәйнем. – Һүҙҙәрең иҫтә ҡалған, ә ниҙән килеп сыҡты ул һөйләшеү – онотҡанмын. Үтә ныҡ яратышҡан кешеләрҙең бер-береһенә талабы ла ҙур була. Һин аҙ ғына үҙгәрт үҙеңде. Телгә яғымлыраҡ, һүҙгә татлыраҡ бул, иғтибарыңды һүҙ менән дә аңғарт, тинең. Ә мин нисек бармын – шулаймын инде, апай, шулай тәрбиәләгәндәр, тинем. Ә нимәнән башланды һуң ундай һөйләшеү, апай? Ул саҡта ниндәйҙер хәүеф тыуҙырырлыҡ бер ни ҙә юҡ ине бит. Беҙ бик һәйбәт йәшәй инек. Ҡайҙан ундай шик төшкәйне һиңә? https://ejansura.ru/news/tormosh-aba-y/2026-02-04/zifa-m-za-ir-4561938